Тёмный

«Тәрбиә өйҙән башлана» 

ҡоролтай / kurultai / ВКБ
Подписаться 931
Просмотров 12
50% 1

🌐 «Тәрбиә өйҙән башлана»
Халыҡ-ара туған тел көнөнә арнап, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы эргәһендәге Ата-әсәләр комитеты ағзаларынан оҫталыҡ дәрестәрен артабан тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн Баймырҙиндар сығыш яһай.
Рухлы булмышлы милләттәшебеҙ Азалия Дим ҡыҙы ғаиләһе тураһында бына нимә тине:
«Беҙҙең ғаиләбеҙ 2011 йылда барлыҡҡа килде. Сығышыбыҙ менән Әбйәлил районынанбыҙ. Тормош иптәшем Арсен менән Гөлдәриә, Әмирхан исемле ике бала үҫтерәбеҙ. Ирем дә, үҙем дә башҡорт булыуыбыҙ, тыуған еребеҙ Башҡортостанда тыуып, башҡорт телендә һөйләшеп үҫкәнлебеҙ менән ғорурланабыҙ. Ғаилә ҡорғас, балаларыбыҙ донъяға килгәс, тик башҡортса исем ҡушасаҡбыҙ, уларҙы үҙ теленән, иленән мәхрүм итмәй, үҙебеҙ республикабыҙҙа йәшәйәсәкбеҙ тип алдан уҡ төҫмөрләй инек. Өфө ҡалаһында төпләндек. Хеҙмәт юлымды уҡытыусы булып Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында башланым, һуңынан 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып дауам иттем. Балаларым ошо уҡ балалар баҡсаһына йөрөнө, әлеге ваҡытта 20-се гимназияла башланғыс кластарҙа уҡып йөрөйҙәр. Минең фекеремсә, балаларҙы туған телдә тәрбиәләү ғәмәле иң тәүҙә атай-әсәйҙән, ғаиләнән башлана.Өйҙә тик туған телдә һөйләштек, әкиәттәр тыңлап, йәнһүрәттәр ҡараныҡ. Унан ҡала шарттарында ошо йүнәлешле балалар баҡсаһы, мәктәп һайлау ҙа мөһим, тип иҫәпләйем. Балаларҙы үҙҙәре теләгән төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, Гөлдәриә башҡорт бейеүҙәрен популярлаштырыусы киң билдәле «Gyzal dance» студияһында, ә Әмирхан көрәш түңәрәгендә шөғөлләнә. Баш ҡалала ойошторолған, башҡортса үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларға ла йөрөйбөҙ, ҡатнашабыҙ. Балала йүргәктән алып милләтенә, теленә, иленә, мәҙәниәтенә һөйөү - хөрмәт тәрбиәләү - беҙҙең мотлаҡ бурыс», - ти рухлы әсә.

Опубликовано:

 

15 фев 2022

Поделиться:

Ссылка:

Скачать:

Готовим ссылку...

Добавить в:

Мой плейлист
Посмотреть позже
Комментарии    
Далее
Как она была права 1990 год
9:52
Просмотров 2,2 млн
"Когти льва" Анатолий МАЛЕЦ
53:01
Bearwolf - GODZILLA Пародия Beatrise
00:33
Просмотров 193 тыс.
КОТЯТА В ОПАСНОСТИ?#cat
00:36
Просмотров 1,2 млн
"Когти льва" Анатолий МАЛЕЦ
53:01