Тёмный

Бауырһаҡ байрамы 

Культура Ишимбай
Подписаться 28
Просмотров 2
50% 1

30 июнь көнө Ишембай районы Үрге Әрмет ауылында "Бауырһаҡ байрамы" үтте. Башҡорт һәм татар халҡының бар доньяға билдәле, иң татлы, иң тәмле, иң баллы ризыҡтарының береһе -Бауырһаҡ, Сәксәк байрамы. Байрам түре ул көндө бауырһаҡҡа булды. Элек бауырһаҡты беҙҙең башҡорт һәм татар халҡы тик туй табынына ғына әҙерләгән, бауырһаҡты тик оҫта бешереүселәр генә бешергән. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙың уңғанлығын, күңеленең изгелелеген туй табынына алып килгән бауырһағына ҡарап баһалағандар. Ауылдарҙа һәр кем бешерә белһә лә, уларҙың араһында иң оҫтаһы, иң маһиры була.
Ул көндө мәҙәниәт йорто алды иртәнән кискә саҡлы гөрләп торҙо. Сара ауылдың үҙешмәкәр артистары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары менән башланып китте. Ҡатын-ҡыҙҙар бауырһаҡ бешереүҙә мастер-класс күрһәтте, һәр береһе бешереү серҙәрен һөйләп ишеттерҙе. Улар һәр береһе бауыраҡтар бешереп алып килгәйне. Жюри ағзалары - Хәсәнова Лилиә Нуриәхмәт ҡыҙы, Ғөбәйҙуллина Йәмилә Нәғим ҡыҙы, Кадыров Рамил Абдулла улы оҫталарҙың эштәрен ғәҙел баһаланы. Бауырһаҡ байрамында оҫталыҡтарын күрһәтергә йөрьәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ жюри ҡулынан грамота һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Шулай итеп, Хәмиҙуллина Айһылыу Хәмзә ҡыҙы “Иң үҙенсәлекле бауырһаҡ”, Зәйнуллина Зәйтүнә Әһлиулла ҡыҙы “Иң эксклюзив бауырһаҡ”, Хәсәнова Фатима Шәмсетдин ҡыҙы һәм Хафизова Минзилә Зөфәр ҡыҙы “Иң уңған бауырһаҡ”, Шәфиева Рима Мөхәррәм ҡыҙы “Иң тәмле бауырһаҡ” номинацияларына лайыҡ булдылар.
Халҡыбыҙҙың милли ризығы булған бауырһаҡты бешереүҙә оҫталыҡтарын күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һәм шулай уҡ байрам күрергә килгән ауылдаштарға ҙур рәхмәт!
Бешеренеп сығып, йәрминкә ойоштороп байрамды йәмләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ла: Хәйруллина Рәйлә Әхмәт ҡыҙына, Сәлимова Асия Әхсән ҡыҙына,Ҙәйнуллина Илмира Минияр ҡыҙына,Хәмиҙуллина Айһылыу Хәмзә ҡыҙына рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Байрамды үткәреүҙә финанс ярҙамы күрһәткән ауылдаштарға: Сәлимов Марс Абдулла улына, Кадыров Рамил Абдулла улына, Әхмәтова Рәшиҙә Әхмәт ҡыҙына,Бохарова Рәхимә Әхмәт ҡыҙына оло рәхмәттәребеҙ барып етһен!
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе байрамға сәхнә эшлэп беҙҙе һөйөндөргән Мирсаяпов Рәхим Разим улына, Мөхәмәҙиев Рәис Разим улына!
Шулай уҡ был көндө балалар өсөн төрлө мауыҡтырғыс уйындар ойошторолдо.
Байрам бик күңелле үтте. Йыйылған халыҡ рәхәтләнеп бейеп, күтәренке кәйеф менән таралышты.
#БауырһаҡБайрамы
#ВерхнеарметовскийСДК
#ИшимбайКультура
Музыка: Исп. ОРКЕСТР БИШБАРМАК "Байбулды көйҙәре"

Опубликовано:

 

3 июл 2024

Поделиться:

Ссылка:

Скачать:

Готовим ссылку...

Добавить в:

Мой плейлист
Посмотреть позже
Комментарии    
Далее
Каха и суп
00:39
Просмотров 1,9 млн
ШОКОЛАДКА МИСТЕРА БИСТА
00:44
Просмотров 449 тыс.
Каха и суп
00:39
Просмотров 1,9 млн